Салауат районында бер ҡатынды ағыулы үрмәксе тешләгәндән һуң ул дауаханаға эләккән.
Нәсибаш ауылында йәшәүсе 59 йәшлек ҡатын үрмәксе тешләгәндән һуң йөрәге ауыртып, аяҡтары тартыша башлағас, Малаяҙ үҙәк дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Ҡатынға тиҙ ярҙам күрһәтеп, уны дауахананың кардиология бүлегенә һалғандар.
Өфөнән йыраҡ булмаған ауылдарҙа ҙур һары үрмәкселә күбәйеп, улар кешеләрҙе тешләгән осраҡтар тураһында былтыр уҡ ишетелгәйне. Быйыл уларҙы халыҡ беҙҙең яҡтарҙа ла осратҡан. Ағыулы үрмәксегә тап булыусылар уларҙы фотоға төшөрөп, “Бәйләнеш”тә социаль селтәренә һалды. Ә күптән түгел тәүге зыян күреүселәрҙең дә барлығы асыҡланды.
Ғалимдар әйтеүенсә, был – һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы үрмәксе, арҡаһында һыҙат та бар. Ул ауырттырып тешләй, ағыулы, бигерәк тә аллергияһы булған кешеләргә хәүефле. Һары сакты тоторға маташырға ярамай. Шулай ҙа сағыу төҫтәге бөжәктәргә тап булғанда паникаға бирелергә кәрәкмәй. Ғәҙәттә, улар кешегә үҙҙәре ташланмай, ә һаҡланыу сараларын ғына күрә.