Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Август 2019, 12:15

Ҡатай йәштәре йыйыны

17 августа Ҡыйғы районы Алағуз ауылында “Ҡатай йәштәре йыйыны” үтәсәк.

17 августа Ҡыйғы районы Алағуз ауылында “Ҡатай йәштәре йыйыны” үтәсәк.
Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған этнофорумға йола буйынса, төрлө төбәктәрҙән ошо ырыу вәкилдәре йыйыласаҡ. Башҡортостандан тыш, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, башҡа тарафтарҙан да ҡунаҡтар көтөлә.
Байрам сәғәт 12-лә башлана. Программала – "Ҡатай һылыуы”, “Ҡатай батыры – таш күтәреү”, “Ҡатай көрәше”, “Мәргән уҡсы”, “Йәш Ҡатай” тип исемләнгән дәртле бәйгеләр.
Иң сибәр ҡатай ырыуы ҡыҙы 16 йәштән 23 йәшкәсә сибәркәйҙәр араһында билдәләнәсәк. Ҡатай батырҙары иһә 35 йәшкәсә булырға тейеш. Көрәшселәргә лә ошо уҡ талап. Мәргән уҡсыларҙы биш этапта билдәләйәсәктәр. Ҡатнашыусыларҙың милли кейемдә булыуы мотлаҡ.
Балалар араһында ижади конкурстар, спорт ярыштары уҙғарыласаҡ, халыҡ оҫталары тауарҙарынан күргәҙмә ойоштороласаҡ, сараны билдәле сәхнә йондоҙҙарының сығыштары биҙәйәсәк.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 14 авгусҡа тиклем [email protected] адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон – 289-62-00. Шулай уҡ тулыраҡ мәғлүмәтте “Ҡатай ырыуы” төркөмөндә табырға мөмкин.
Читайте нас: