Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Август 2019, 12:14

Лайыҡлыларға – дәүләт наградаһы

1 августа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ Әлфиә Нурғәлина һәм Эдуард Бәҙретдинов та бар.

1 августа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ Әлфиә Нурғәлина һәм Эдуард Бәҙретдинов та бар.
Һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, сауҙа, социаль, матбуғат, физкультура һәм спорт тармаҡтарында эшләгән 63 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почёт грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһенең Дыуан районындағы 7-се филиалы начальнигы Әлфиә Нурғәлина һәм Мәсетле районы Пенсия фонды идаралығы начальнигы Эдуард Бәҙретдинов юғары һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Читайте нас: