Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Август 2019, 12:42

Ләүйылғала заманса мәктәп

Республикала "Башҡортостандың йөҙ йыллығына -100 объект" проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Юбилейлы дата айҡанлы 2019 йылда төбәктә 18 балалар баҡсаһы һәм 17 мәктәп асылыуы күҙаллана.

Республикала "Башҡортостандың йөҙ йыллығына -100 объект" проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Юбилейлы дата айҡанлы 2019 йылда төбәктә 18 балалар баҡсаһы һәм 17 мәктәп асылыуы күҙаллана. Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында төҙөлә башлаған белем усағында әле эштәрҙең иң ҡыҙған мәле. Заманса мәктәптең ишектәре быйыл ноябрҙә асыласаҡ.
– Яңы бинала 80 урынлыҡ мәктәп һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашасаҡ. Улар уңайлы мөхит талабына ярашлы төҙөлә, йәғни мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла, – ти Ләүзә ауылы мәктәбе директоры Евгений Силко.
Яңы бинала ҙур спорт залы, компьютер кластары, интерактив таҡталар менән йыһазландырылған кабинеттар, йылы бәҙрәф һәм душ бүлмәһе урынлаша. Был мәктәп районда иң заманса учреждениеларҙың береһе буласаҡ. Әле районда егермегә яҡын белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 2000-гә яҡын бала белем ала.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Ғәйфуллин белдереүенсә, күпселек уҡыу йорттарында ағымдағы ремонт эштәре башҡарыла, яҡын көндәрҙә мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү башлана.
Ләүйылға мәктәбендә төҙөлөш эштәре 70 процентҡа башҡарылған, бинаны ноябрь айында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
З. Ғәлләмова.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: