Рәсәй Президенты бер нисә губернатор менән осрашып, төбәктәрҙәге хәл-торошто "беренсе ауыҙҙан" белеште.
Шуныһын да әйтеп үтәйек: тәүҙә аралашыуҙар күршеләрҙең етәкселәре менән булды. Абхазия башлығы килеп китте, Украинаныҡы менән телефондан һөйләште. Артабан бер-бер артлы үҙебеҙҙекеләрҙе лә ҡабул итте.
Президент Ставрополь край губернаторы Владимиров әфәнде менән ял итеү миҙгеле нисек үтеүе тураһында һөйләште.
Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочарев белдереүенсә, төбәк илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тьәмин итеү өсөн дүрт миллион тоннанан ашыу иген һалған да инде.
Ә Ырымбур өлкәһе башлығы Денис Паслер Президентҡа халыҡ мәшғүллеге, юлдар торошо, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау тураһында һөйләне.