Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2019, 07:00

Мәсетлеләр зарядкаға баҫты

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, халыҡты физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған “Йондоҙ менән зарядка” акция-эстафетаһы дауам итә. Ошо көндәрҙә спорт сараһына мәсетлеләр ҙә ҡушылды.

Район мәҙәниәт йорто майҙанына мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, ойошма хеҙмәткәрҙәре, сәләмәт тормошҡа битараф булмағандар, әүҙем ял яратыусылар йыйылды. Акцияла ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм район советы секретаре Альберт Сәғҙәтов сәләмләне. Сабина Әхкәмова күңелле йыр бүләк итте.
Зарядканы милли көрәш буйынса Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов алып барҙы. Саранан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт алды. Эстафета Балаҡатай район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Муллануроваға тапшырылды.
Р. Әлимбаева.
Читайте нас: