Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2019, 10:09

Сюрбайҙа мәсет асылды

Ҡыйғы районы Сюрбай ауылында “Иман нуры” мәсете асылды.

Ҡыйғы районы Сюрбай ауылында “Иман нуры” мәсете асылды.
Иман йортон асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, ауыл советы башлығы Рим Вәлиуллин, имам-мөхтәсип Ғәбделҡәүей хәҙрәт Мәхмүтов, төньяҡ-көнсығыш райондары имам-мөхтәсиптәре ҡатнашты. Башҡортостан мосолмандар Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин байрамдың мәртәбәле ҡунағы булды.
Район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов үҙ сығышында Сюрбай ауылында тырыш, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәүен билдәләп ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы. Таҫма киҫелгәндән һуң күмәк намаҙ уҡылды. Барыһы ла байрам табынына саҡырылды.
Р. Әлимбаева.
Читайте нас: