Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2019, 10:59

Йүрүҙәндә нимә табылған?

Салауат районы Мәсетле ауылы уҡыусылары Йүрүҙән буйынан ругоза, йәки бороңғо дүртнурлы мәрйендең һөлдәһен тапҡан.

Салауат районы Мәсетле ауылы уҡыусылары Йүрүҙән буйынан ругоза, йәки бороңғо дүртнурлы мәрйендең һөлдәһен тапҡан.
Бөгөнгө Салауат районының урынында миллионлаған йылдар элек диңгеҙ ҡаплаған булған. Районда табылған боронғо хайуандарҙың ҡалдыҡтары быны асыҡ дәлилләй.
Дүртнурлы мәрйен – диңгеҙҙә йәшәгән бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡҡан хайуан. Гидралар һәм медузалар ҡараған книдария төркөмөнә индерелгән. Дүртнурлы мәрйендәрҙең бер үҙҙәре һәм колония менән йәшәгәне билдәле. Улар 470 млн. йыл элек барлыҡҡа килеп, пермь дәүерендә (260 млн.йыл элек) юҡҡа сыҡҡан. Ругозалар йылы бассейнлы һыуҙарҙа йәшәп, рифтар барлыҡҡа килтергән.
Күптән түгел Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов улы Айнур менән һыу ингәндә мамонт тешенә юлыҡҡайны. Ике килограмдан да ауырыраҡ мамонт теше таҙартылып, Лағыр мәктәбенең музейына башҡа экспонаттар эргәһенә ҡуйылған.
Читайте нас: