Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2019, 11:54

Афарин, Артур!

Физкультурниктар көнө уңайынан Өфөлә республиканың иң шәп 150 спортсыһы маҡтаулы билдәләр, исемдәр, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бүләкләнеүселәр араһында Ҡыйғы егете Артур Зөлҡәрнәйев та бар.

Артур билбаулы көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Ул шулай уҡ Рәсәй чемпионаттары призеры, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
— Республика спортсылары беҙҙең спорттың еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары байрағын ғорур йөрөтә, — тип билдәләне тантанала Рәсәй Федерацияһы Советы ағзаһы, Федерация Советының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Башҡортостанда спорттың 107 төрө үҫтерелә. Ләкин ҙур спорттағы еңеүҙәр бәләкәй генә спорт майҙансығынан, балалар баҡсаһынан һәм мәктәптән башлана. Министрлыҡ — яҡынса 300 стипендия, Хөкүмәт 90 миллион һумдан ашыу бүлә.
Читайте нас: