Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2019, 12:49

«АЛҒА» ТРАНСПОРТ КАРТАҺЫ

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 1 июлдән Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһы индерелде.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 1 июлдән Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһы индерелде.
1 августан карталарҙы почта бүлексәләрендә лә тулыландырырға мөмкин. Был осраҡта бер ниндәй ҙә өҫтәмә комиссиялар алынмай. Аҡса онлайн режимында күсерелә. Яңы сервис Башҡортостанда урынлашҡан «Рәсәй почтаһы»ның теләһә ниндәй 1280 бүлексәһендә эшләй.
Транспорт картаһы 50 һум тора. Халыҡтың льготалы категориялары өсөн барлыҡ льготалар һаҡлана.
Мобиль ҡушымта пассажирҙарға уңайлы ярҙамсы булырға тейеш. Ул тулыһынса әҙер һәм 1 сентябрҙән эшләй башлай.
Читайте нас: