Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡҡа газ үткәреү өсөн компенсация түләнә.
Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған, документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалидтар, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә газ үткәреүгә киткән сығымдар өлөшләтә ҡаплау өсөн сертификат тапшырыла. Указ 9 августа көсөнә инде.
Хөкүмәт алдында ярҙам күрһәтеү тәртибен әҙерләү, шулай уҡ финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы тора.