Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2019, 12:28

Балаҡатай егете батып үлгән

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районынан 25 йәшлек егет Сорғоттағы һыу һаҡлағыста батҡан.

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районынан 25 йәшлек егет Сорғоттағы һыу һаҡлағыста батҡан.
Шаһиттар әйтеүенсә, башта егет оҙаҡ ҡына йөҙөп йөрөгән, ә аҙаҡ юҡҡа сыҡҡан. Тиҙ генә ҡотҡарыусыларҙы саҡырғандар, водолаздар ҙа оҙаҡламай килеп еткән. Сәғәт ярым эҙләгәндән һуң, егеттең мәйетен тапҡандар. Уны Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауылында ерләйәсәктәр.
Баҡтиһәң, Сорғотта һыу инеү өсөн йөҙөүгә ҡулайлаштырылған бер махсус урын да юҡ икән. Ә һыу һаҡлағыс техник маҡсаттар өсөн ҡулланыла, шуға күрә уның ағымы көслө, ә төбө тимер конструкциялар менән ҡоршалған. Ул иһә кеше ғүмере өсөн бик хәүефле.
Читайте нас: