Уҡыусыларҙың йәйге каникулы тамамланыуға ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе “Ҡасан мәктәпкә барырға?” тигән һорау борсой, сөнки быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә.
Айырыуса беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре балалар ошондай мөһим датаны ҡалдырырмы тип борсола. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килгәнлектән, Белем көнө уңайынан тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә уҙғарыла. Шуға күрә белем биреү ойошмаларына тантаналы линейканы аҙнаның тәүге көнөндә үткәрергә кәңәш бирелгән.
Мәғариф министрлығы башлығы билдәләүенсә, мәктәптәр, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, беренселәр өсөн байрамды йәкшәмбе уҙғарырға хоҡуҡлы. Закон быны тыймай.