Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макрон менән осрашас, ул бер көнгә Францияға эш сәфәре менән киткән.
Ике дәүләт етәкселәре халыҡ-ара проблемаларҙы тикшерәсәк, Европалағы хәүефһеҙлек, Евросоюздағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә туҡталасаҡ.
Шулай уҡ Рәсәйҙең Европа Советы сараларында ҡатнашыу перспективалары ла барланасаҡ. Рәсми осрашыуҙан тыш, фәҡәт ике етәксенең генә осрашыуы (тет-а-тет) һәм Путин менән Макрондың матбуғат конференцияһы ла ҡаралған.
Лидерҙарҙың осрашыуы француз президенттарының рәсми йәйге резиденцияһында – Бергансон фортында үтәсәк.