Эйлестан
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2019, 11:52

Әгәр Ринат булмаһа...

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында уҙған аҙна уртаһында бәхетле ирле-ҡатынлы тыныс ҡына йоҡлап ятҡанда була был хәл.

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында уҙған аҙна уртаһында бәхетле ирле-ҡатынлы тыныс ҡына йоҡлап ятҡанда була был хәл.
Сәғәт төнгө бер тула яҙғанда Красноармейск урамындағы йорттарҙың береһендә ут сыға. Бер нимә белмәй йоҡлаған йәштәр янып үлер ине... әгәр уларҙың бәхетенә Ринат Вәлиуллин булмаһа.
Ир төн уртаһында был йорт янынан үтеп барғанда янғынды күреп ҡала. Ринат бер минут та уйланып тормай йортҡа ташлана. Төн уртаһында унан башҡа бер кем дә ярҙам итмәҫе аңлашыла бит.
Өйҙөң соланы менән ҡыйығы ут менән ялмап алынған була, шуға күрә ир ишек аша инә алмай. Ринат өйҙө урап сыға һәм бүлмәгә булған тәҙрәне вата. Йоҡлап ятҡан 1990 йылғы ҡатын менән ошо уҡ йылғы ирҙе уята һәм сығырға ярҙам итә.
Ринат Вәлиуллиндың юғалып ҡалмауы арҡаһында ғаилә иҫән ҡала. Әйткәндәй, был ирҙең тәүгә кеше ҡотҡарыуы түгел. Өс йыл элек ул тағы бер ауылдаш ирҙе янғындан ҡотҡарған булған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы уны ведомство наградаһы менән бүләкләү өсөн документтар йыя. Афарин, Ринат!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/g-r-rinat-bulma-a-/
Читайте нас: