Эйлестан
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2019, 11:31

Матур ҙа, уңайлы ла

Мәсәғүт ауылында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан раҫланған “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау” программаһына индерелгән подъездарҙа эштәр ҡайнай.

Мәсәғүт ауылында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан раҫланған “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау” программаһына индерелгән подъездарҙа эштәр ҡайнай.
Тәүге ремонт эштәре Октябрь урамының 7/1 йортонда башланған. Күп фатирлы йорт 1975 йылда төҙөлгән. Быға тиклем подъездарҙы йортта йәшәүселәр үҙ көстәре менән тәртипкә килтерһә, яҙын иһә – эшселәр.
Бөгөнгө көндә подъездарға инеү урыны ремонтланған: яңы ҡыйыҡ барлыҡҡа килгән, баҫҡыстар тәртипкә килтерелгән, ағас ишектәр урынына кодлы тимер ишектәр ҡуйылған. Эстә стеналар тигеҙләп буялған, инеү урынында иҙәнгә плитә түшәлгән, яңы пластик тәҙрәләр урынлаштырылған. Тамбур ишектәре пластикҡа алмаштырылған, ул һыуыҡтарҙан һаҡлаясаҡ. Беренсе подъезда йәшәүселәр почта йәшниктәре янына бүлмә гөлдәре ултыртҡан.
К. Усова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: