Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2019, 07:38

Владимир Путин бензин хаҡын тотҡарлау сараһын күрҙе

Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин бензин һәм дизел яғыулығы хаҡын тотҡарлауҙы күҙаллаған законға ҡул ҡуйғайны. Белгестәр, “Росстат” мәғлүмәттәрен файҙаланып, АИ-92 бензинының бер литры Рәсәй халҡы өсөн күпмегә төшөүен иҫәпләп сығарҙы.#ВладимирПутин

Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин бензин һәм дизел яғыулығы хаҡын тотҡарлауҙы күҙаллаған законға ҡул ҡуйғайны. Белгестәр, “Росстат” мәғлүмәттәрен файҙаланып, АИ-92 бензинының бер литры Рәсәй халҡы өсөн күпмегә төшөүен иҫәпләп сығарҙы.
Асыҡланыуынса, Ямал-Ненец автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһы һәм Ненец автономиялы округы халҡы үҙенең эш хаҡына иң күп бензин һатып алыу мөмкинлегенә эйә икән. Рейтинг лидерҙары айына 2080 литр, мәскәүҙәр – 1798, ненецтар иһә 1609 литр яғыулыҡ файҙалана ала.
Рәсәй буйынса халыҡтың уртаса бензин яғыу күрһәткесе 926 литр тәшкил иткән. Санкт-Петербургта, Яҡут Республикаһында, Мурманск өлкәһендә, Комиҙа, Ханты-Манси автономиялы округында, Магадан һәм Сахалин өлкәләрендә, Камчаткала һәм Чукоткала кешеләр айына мең литрҙан ашыу, ә Башҡортостанда 708 литр АИ-92 бензинын һатып ала ала.
Бензин файҙаланыу мөмкинлеге йәһәтенән Рәсәй Европа илдәре исемлегендә, Украина менән Белоруссияны үтеп, 16-сы баҫҡысты биләй.
Читайте нас: