Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2019, 11:51

Йылға буйында... һөйәк

Башҡортостанда “Янғантау” геопаркы биләмәһендәге Әй йылғаһы буйында уҡыусы балалар һөйәк тапҡан.

Башҡортостанда “Янғантау” геопаркы биләмәһендәге Әй йылғаһы буйында уҡыусы балалар һөйәк тапҡан.
Салауат районы уҡыусылары Егор Федоров, Роман Гладких, Ян Бурылов үҙҙәрен ысын археолог итеп тойғандыр, моғайын, сөнки табыштары мамонттың сираҡ һөйәге булып сыҡҡан. Уны геопарктың палеонтология коллекцияһына тапшырғандар.
Июлдә Салауат районы кешеһе, элекке биология уҡытыусыһы Гөлфиә Миңлебаева ла шул уҡ йылға буйында мамонттың һуҡҡы тешен һәм боландың ҙур мөгөҙөн тапҡайны. Улар ҙа музей коллекцияһын тулыландырҙы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yyl-a-buyynda-y-k/
Читайте нас: