Эйлестан
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Август 2019, 07:44

Милли проект: Дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре

“Демография” милли проектына ярашлы, Өфөнөң йәмәғәт урындарында аҙна һайын дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проектына ярашлы, Өфөнөң йәмәғәт урындарында аҙна һайын дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.
Был ғәмәлде тормошҡа ашырыу ирекмәндәргә йөкмәтелгән. Дөрөҫ йәшәү рәүешен пропагандалаған проект “Сәләмәт туҡланыу мәктәбе” тип атала.
Оҫталыҡ дәрестәре ағымдағы йылдың декабренә тиклем барасаҡ. Уларҙы халыҡ күп йөрөгән сауҙа үҙәктәрендә үткәреү ҙә ҡаралған. “Проектҡа ярашлы, 20 ирекмән-инструктор “Дөрөҫ туҡланыу нигеҙҙәре. Аҙыҡтың сифаты һәм хәүефһеҙлеге” тигән программа буйынса уҡыу үтәсәк”, – тиҙәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Көҙгөһөн Өфөлә шулай уҡ “Дөрөҫ туҡланыу – яңы меңйыллыҡ тренды” тигән конференция, файҙалы аҙыҡ-түлек йәрминкәһе уҙғарыу планлаштырылған.
Читайте нас: