29 августа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесеИлона Макаренко сәғәт 10-дан 11-гә тиклем 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса “тура бәйләнеш” уҙғара.
Һорауҙар Үҙәк һайлау комиссияһының 8-800-347-54-54 телефоны буйынса ҡабул ителә, шылтыратыу бушлай. Һорауҙарҙы шулай уҡ ressa@cikr.ru электрон почтаһына “тура бәйләнеш” билдәһе менән ебәрергә мөмкин.
Был эш һөҙөмтәһе тѳбәк дәүләт матбуғат сараларында һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында баҫыласаҡ.