Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август 2019, 12:08

Бәшмәк менән ағыуланмайым тиһәң…

Бәшмәк – бик тиҙ боҙола торған аҙыҡ. Йыйғандан һуң дүрт сәғәт үтеүгә унда тарҡалыу процесы башлана. Сәләмәтлеккә зыян килтермәҫ өсөн уны дөрөҫ йыйырға һәм әҙерләргә кәрәк.

Бәшмәк – бик тиҙ боҙола торған аҙыҡ. Йыйғандан һуң дүрт сәғәт үтеүгә унда тарҡалыу процесы башлана. Сәләмәтлеккә зыян килтермәҫ өсөн уны дөрөҫ йыйырға һәм әҙерләргә кәрәк.
Ике һыуҙа бешерергә кәрәк – тәүгеһен ҡайнап сығыу менән түгегеҙ. Кәстрүл төбөнә төштө икән, тимәк, бешкән.
Ағас һауытта тоҙлап, һалҡын ерҙә һаҡлағыҙ. Һауыттың ҡапҡасы герметик булмаһын. Сөнки бәшмәктә ботулизм сирен тыуҙырыусы споралар ҡалһа, тимер ҡапҡас менән ябылған осраҡта, уларҙан токсин бүленәсәк.
Ашҡаҙан, эсәк, бауыр ауырыуҙары, диабет менән яфаланған кешеләргә бәшмәк ашарға рөхсәт ителмәй. Хәйер, түбән кислоталы гастрит менән сирләүселәр өсөн бәшмәк һурпаһы файҙалы ла булыуы ихтимал – аҙыҡ эшкәртеү һуттарының бүленеүенә булышлыҡ итә.


Аҡ бәшмәк тә ағыулай ала
Белеп ҡуйығыҙ: таныш бәшмәкте лә ашап, ағыуланырға мөмкин. Көн торошона бәйле рәүештә, бәшмәктә файҙалы һәм ағыулы матдәләрҙең кимәле үҙгәрә. Ашауға яраҡлыһында ла микродозаларҙа синиль кислотаһы һәм мышаяҡ бар бит. Йәй ни тиклем эҫерәк, уларҙың кимәле лә шунса күберәк. Юғары температура бәшмәктең тиҙ ҡартайыуына, аҡһымдарҙың тарҡалыуына килтерә. Ә уның сереүенән барлыҡҡа килгән матдәләр “үлек ағыуы”на тиң тиерлек. Шуға ла ашарға яраҡлы бәшмәк менән эҫе көндәрҙә йышыраҡ ағыуланалар. Аҡыллыға – ишара: ҡояш ҡыҙҙырған ваҡытта, бәшмәк йыям, тип ауыҙ асмауың хәйерле.


Әгәр ағыуланһағыҙ
Быны 30 минуттан, бер нисә сәғәттән, хатта ашағандан һуң бер тәүлек үткәс тә түбәндәге симптомдар буйынса белергә мөмкин:
- эс ауырта, ҡоҫтора, күңел болғана, хәл бөтә, баш ауырта, ныҡ тирләтә, температура күтәрелә;
-ауыр осраҡтарҙа тән тартыша, кеше иҫен юғалта, һаташа, бәүеле булмай.
Ағыуланыуға шик тыуһа, шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ!
“Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем ағыуҙың ҡанға һеңеүен кәметергә кәрәк:
- мөмкин тиклем күберәк һыу эсерергә;
- тел төбөнә баҫып, ҡоҫторорға;
- ағыуланған кешене ятҡырып, юрған менән ябырға, аяғына грелка ҡуйырға;
-тоҙло һыу эсерергә (бер стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ).
Һәм ашауҙан һуң тороп ҡалған бәшмәкте ташламағыҙ – табипҡа күрһәтегеҙ. Нимә менән ағыуланғанды белгәндә, дөрөҫ дауа тәғәйенләүе еңелерәк буласаҡ.


ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ!
Бәләкәс балаларға бәшмәк ашатмағыҙ! Сөнки уларҙа әлегә был аҙыҡты эшкәртә торған ферменттар юҡ.


*Ҡарт бәшмәкте йыймағыҙ – унда токсиндар күп.
*Урманға полиэтилен пакет менән йөрөмәүең хәйерле – һауа булмағанда бәшмәк күҙ асып йомғансы боҙола.
*Сүплектәге, юл буйындағыларын ашар­ға ярамай – тирә-яҡ мөхиттән зарарлы матдәләрҙе үҙенә йыйыу һәләтенә эйә.


Ҡышҡылыҡҡа запас
Бәшмәкте һаҡлауҙың иң еңел ысулы – бешереп, туңдырыу.
Шулай уҡ киптереп тә һаҡлауы уңайлы. Аҡ, ҡайын һәм уҫаҡ бәшмәге бының өсөн иң ҡулайы. Киптерер алдынан йыуырға ярамай, тиҙәр, ә щетка менән яҡшылап таҙартыу ҙа етә. Епкә теҙеп, ҡараңғы, ҡоро ергә элеп ҡуйырға кәрәк. Бер нисә көндән кипкән бәшмәкте алып, ҡоро ерҙә, 7 – 10 градус температурала яҡшы ябылған һауытта һаҡларға кәңәш ителә.
Читайте нас: