Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август 2019, 07:26

Британия телеканалы – Владимир Путин тураһында

Британия телевидениеһының дүртенсе каналы (Channel 4) Рәсәй Президенты Владимир Путинға арналған өс сериялы документаль фильм күрһәтә башлай. Каналдың сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, ул “Путин: рус шпионы тарихы” тип аталасаҡ. #ВладимирПутин

Британия телевидениеһының дүртенсе каналы (Channel 4) Рәсәй Президенты Владимир Путинға арналған өс сериялы документаль фильм күрһәтә башлай. Каналдың сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, ул “Путин: рус шпионы тарихы” тип аталасаҡ.
“Әле донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙың айышына төшөнөү өсөн Владимир Путинды аңларға кәрәк. Ул үҙен ХХI быуатта иң мөһим сәйәсмәндәрҙең береһе булып ҡала алыуын күрһәтте. Фильмда беҙ элекке шпиондың сәйәсәтте нисек үҙгәртеүен һәм бының донъяға ниндәй йоғонто яһауын асыҡларға тырышасаҡбыҙ”, – тине башҡарма продюсер Джеймс Роган.
Дүртенсе канал Владимир Путиндың йәшлеге, СССР Дәүләт именлеге комитетында эшләгән осоро, 20 йыл буйы ил Премьер-министры һәм Рәсәй Президенты булып эшләгән дәүер хаҡында һөйләргә вәғәҙә итә. Фильм авторҙары буласаҡ президенттың шәхси тәжрибәһе, айырыуса уның разведкала эшләүе Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтендә нисек сағылыш табыуын күрһәтергә ниәтләй.
Фильмдың анонсында Владимир Путин үҙенең алдына “Рәсәйҙе ҡайтанан бөйөк итеү” бурысын ҡуйған, АҠШ-тың дүрт президенты һәм Британияның дүрт премьеры менән эшләп өлгөргән, үҙ заманының иң йоғонтоло лидеры булған етәксе тип билдәләнә.
Читайте нас в