Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август 2019, 07:24

Федераль юлды ниҙәр көтә?

Төбәгебеҙ биләмәһендә М-7 федераль трассаһы участкаһы реконструкциялана. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Төбәгебеҙ биләмәһендә М-7 федераль трассаһы участкаһы реконструкциялана. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк юлдарҙың торошона иғтибар итеп, уларҙы төҙөкләндереүҙең тәүге бурыстарҙың береһе икәнен билдәләне. “Был – именлектең, яҡшы йәшәү шарттарының төп нигеҙе”, – тине төбәк етәксеһе.
Ошо күрһәтмәләргә ярашлы, һәр кимәлдәге – федераль, республика, район-ҡала – юлдарында төрлө яҡлы төҙөкләндереү эштәре башланды һәм дауам итә. Мәҫәлән, соҡорҙарҙы ямап бөтөү йәһәтенән ваҡыт билдәләнеп, аныҡ бурыс ҡуйылғайны, ул уңышлы тормошҡа ашырылды. Был эш халыҡ тарафынан ҙур хуплау алды. “Юл эксперты” ҡушымтаһы булдырылып, уның аша кешеләр үҙҙәрендәге юл торошо хаҡында белдереү, һөҙөмтәлә проблемаларҙы яйға һалыу мөмкинлеген алды.
Эш дауам итә. Төбәк биләмәһендә М-7 федераль трассаһы участкаһын реконструкциялау иһә ҙур тығындар ваҡытында транспорт үтеү мөмкинлеген ике тапҡырға арттырыласаҡ. Тәүлегенә 15,5 меңгә тиклем автомобиль уҙа аласаҡ.
Читайте нас: