Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙа эш сәфәре менән килгән Финляндия Президенты Саули Ниинисте менән осрашты. Һуңынан улар берлектәге матбуғат конференцияһын уҙғарҙы.
Ике ил етәксеһе хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре, төбәк һәм халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Үҙ-ара әңгәмәнән һуң һөйләшеүҙәр делегация ағзалары ҡатнашлығында дауам итте.
“Рәсәй менән Финляндия араһындағы мөнәсәбәт күршеләргә хас, ул үҙ-ара файҙалы һыҙаттарға эйә. Иң элек ул сауҙа-иҡтисади бәйләнештәргә ҡағыла. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса ике яҡлы тауар әйләнеше 37 процентҡа артып, 12,5 миллиард долларға еткән, быйыл тәүге ярты йыллыҡта иһә тағы ла 27 процентҡа үҫте”, – тине Владимир Путин матбуғат конференцияһында.
Уның әйтеүенсә, Финляндиялағы ете меңдән ашыу предприятие Рәсәйҙәге партнерҙары менән эшлекле бәйләнеш булдырған.