Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2019, 07:27

Дыуандарға дарман өҫтәп

Йыл аҙағында Дыуан районында яңы ауыл мәҙәниәт үҙәге сафҡа инәсәк. Төҙөлөш эштәре “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Йыл аҙағында Дыуан районында яңы ауыл мәҙәниәт үҙәге сафҡа инәсәк. Төҙөлөш эштәре “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһына тотонғандың тәүге көндәрендә үк ауылдар яҙмышына ныҡлы иғтибар бүлә. Райондарға эш сәфәрҙәре барышында ул халыҡтың тормош-көнкүреше менән яҡындан танышып, аралашып, урындағы йәшәйеште йәнләндереү өсөн социаль объекттарҙың ни тиклем кәрәклеген даими раҫлап килә. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, медицина учреждениеһы һ.б. бар икән, кешеләр үҙ нигеҙҙәрен һыуытмай, тыуған еренә ерегеп йәшәйәсәк.
Ошо маҡсатта бик күп төҙөлөш, яңыртыу эштәре бара хәҙер. Милли проекттар – был йәһәттән айырыуса ҙур терәк.
Дыуандағы Ауыл мәҙәниәт үҙәге ике ҡатлы. Унда 300 кеше ултырышлы китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе кластары, күргәҙмә залы, кинозал һ.б. булдырыу планлаштырылған. Үҙәк йыл аҙағында асылыр тип көтөлә.
Читайте нас: