Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр Белем көнөндә иҫерткес эсемлектәр һатылмаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 сентябрь ял көнөнә тура килгәнлектән, уҡыусылар һәм студенттар өсөн яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙән башланасаҡ. Тимәк, сикләү ҙә ошо көндө ғәмәлдә буласаҡ.
Алкоголһеҙ һабантуйҙар һәм Йәштәр көнө уҙғарыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, халыҡ бындай сикләүҙәргә аңлап ҡарай, тип билдәләй БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Был сара йәмәғәт тәртибе урынлаштырыу мөмкинлеге бирә.
Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, республика парламенты депутаттары алкоголь һатыуҙы сикләүсе закон ҡабул иткәйне. Уға ярашлы республикала, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, һабантуйҙар үткәргәндә иҫерткес эсемлектәр һатылмаясаҡ.