Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Август 2019, 07:31

Күп балалыларға – льготалар

Башҡортостан ҡануниәтендә уҡыусы балалар тәрбиәләнгән ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн льготалар ҡаралған. Ярҙам алыу өсөн мәктәпкә бөтә тейешле документтарҙы килтерергә кәрәк.

Башҡортостан ҡануниәтендә уҡыусы балалар тәрбиәләнгән ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн льготалар ҡаралған. Ярҙам алыу өсөн мәктәпкә бөтә тейешле документтарҙы килтерергә кәрәк.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, беренсенән, ата-әсә мәктәп формаһын һатып алыуға киткән сығым өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы. Был льгота менән ике йылға бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Икенсенән, уҡыусылар мәктәп ашханаһында бушлай туҡлана ала. Тағы бер сара беренселәргә ҡағыла: уҡыу йылы башланыр алдынан уларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы, шул иҫәптән артмаҡлы сумка бирелә.
Льгота 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә бирелә. Льгота алыу өсөн бала уҡыған мәктәпкә бөтә тейешле документтарҙы килтерергә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ғариза яҙыу, паспорт, ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуын раҫлаған белешмә, магазиндан чек (мәктәп формаһы өсөн компенсация алған осраҡта) талап ителә.
Читайте нас: