“Фән” проекты бурыстарына ярашлы, ил етәксеһе Владимир Путин йәш ғалимдарҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү буйынса саралар эшләү бурысын ҡуйҙы.
Ельцин исемендәге Урал федераль университеты студенттары һәм аспиранттары менән осрашыуҙан һуң, уның һөҙөмтәләре нигеҙендә бирелде был күрһәтмә. “Юғары белем биреү ойошмаларының йәш ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәрен – фән кандидаттары һәм докторҙарын – йәшәү урыны менән тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән саралар әҙерләргә” тиелә документта. Уның үтәлеше буйынса доклад Президентҡа быйыл 1 октябргә тиклем еткерелергә тейеш.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Фән” милли проекты буйынса республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, йәш ғалимдарҙы перспективалы ғилми эштәргә йәлеп итеү маҡсатында донъя кимәлендәге Фәнни-белем биреү үҙәге булдырыла. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһында кампус төҙөү планлаштырыла. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, был эшкә 11 миллиард һум талап ителәсәк. Проект үҙе аҡлаясаҡ, ти Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин.
“Инфраструктура мәсьәләһе – иң мөһимдәрҙең береһе, уңайлылыҡ булдырырға кәрәк. Шул саҡта төбәгебеҙ ылыҡтырғыс буласаҡ: беҙгә студенттар ҙа, квалификациялы белгестәр ҙә тартылып торасаҡ, – тигән фекерҙә Рәмил Бәхтизин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/y-sh-alimdar-a-nind-y-yar-am-k-r-k/