Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2019, 12:12

Әбейҙәр сыуағы ҡасан башланыр?

Көҙ етһә, әбейҙәр сыуағын көтә башлайбыҙ. Быйыл матур, йылы көндәр ҡасанға тура килер икән? Синоптиктарҙың яуабы бар.

Көҙ етһә, әбейҙәр сыуағын көтә башлайбыҙ. Быйыл матур, йылы көндәр ҡасанға тура килер икән? Синоптиктарҙың яуабы бар.
Сентябрҙең беренсе декадаһы һыуыҡ һәм ямғырлы буласаҡ. Ә бына икенсе аҙнаһынан оҙайлы йылы киләсәк, тип ҡыуандыралар.
Йәйҙең һуңғы көндәре һалҡан, ямғырлы һәм йәшенле. Сентябрҙең тәүге аҙнаһында ла һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй: һалҡын, ямғырҙар... Әбейҙәр сыуағы иһә 8 сентябрҙән һуң башланасаҡ.
Шулай итеп, синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, икенсе аҙнала, 2-һенән 8 сентябргә тиклем, көндөҙ 11-16, төндәрен 6-8 градус йылылыҡ көтөлә. Ямғыр яуасаҡ.
9 сентябрҙән көткән йылы киләсәк. Бындай матур көндөр оҙаҡ ҡына – ике аҙна самаһы ҡыуандырыр. Көндөҙ 26 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Төндәрен дә 15 градусҡа тиклем йылы көтөлә, ҡырауҙар булмаҫ, тиҙәр.
Читайте нас: