Быйыл фестивалдә таратылған берәр стакан һөт һаны буйынса абсолют рекорд ҡуйылған. Йыйылған халыҡ “РОСМОЛ” компанияһы тәҡдим иткән 60 мең стакан йәки 12 мең тонна һөт эскән. Йәрминкәлә ҡунаҡтар 47 тонна — һөт ризыҡтары, 5 тонна — аҡ май, 3,6 тонна — сыр, 2,3 тонна — туңдырма, 4,1 тонна — ҡымыҙ, 18 мең тонна ҡуйыртылған һөт һатып алған. Һөт йәрминкәһенән алынған дөйөм табыш 7,5 миллион һум тәшкил итә.