“Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең сифаты менән бергә уҡытыу шарттарын да хәстәрләй. Быйыл сентябрҙә Башҡортостанда 11 яңы мәктәп асыла. Уларҙың икеһе Өфөлә булһа, ҡалғандары – республика райондарында.
Киләһе 2020 йылға тиклем тағы ун мәктәп асыу планлаштырылған. Ғөмүмән, Волга буйы федераль округында яңы уҡыу йылы башынан 23 белем усағы сафҡа инә. Әйтелгәнсә, Башҡортостанда уларҙың иҫәбе 11 булһа, Татарстанда – биш, Пермь крайы һәм Һамар өлкәһендә – икешәр, Мордовияла, Сыуаш Республикаһында, Киров өлкәһендә – берешәр.
Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәренә 487 737 уҡыусы бара. Беренсе класҡа – 55 меңдән ашыу бала. Быйыл республикала 21 мәктәптең сафҡа инеүенә бәйле, икенсе сменала уҡытыу һигеҙ процентҡа тиклем кәмей.