Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Сентябрь 2019, 07:39

Теләктәшлек көнө

3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был көн 2004 йылда Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар ине.

Рәсәйҙә һуңғы сирек быуатта территористик агрессияның йөҙҙәрсә акцияһы булды. Был көн терроризм кеүек ҡот осҡос күренештәргә ҡаршы көрәштә йәмәғәт берҙәмлеген символлаштыра. Тотош ил халҡы Бесланда, Дубровкала театр үҙәгендә, Будденовск, Первомайскийҙа һәм Мәскәү, Буйнакс һәм Волгодонскта торлаҡ йорттар шартлағанда, башҡа йөҙҙәрсә террористик акттарҙа террористар ҡулынан вафат булған меңдәрсә ватандаштарыбыҙҙы иҫкә ала.
Терроризм - социаль-сәйәси һәм криминаль характерҙағы бик ҡурҡыныс күренеш. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм именлек хеҙмәте вәкилдәре генә уға ҡаршы тора алмай. Был афәткә ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк. Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә террористик акттар булмаһын тиһәк, һәр беребеҙгә уяу булыу зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, экстремистарҙы бер ҡарауҙан ғына айырып булмай. Шуға ла урамда, кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында йөрөгәндә тирә-йүндәгеләрҙең кейеменә, үҙ-үҙен тотошона иғтибар итеү бер ҙә артыҡ түгел. Уяу булығыҙ.
Читайте нас: