Рәсәйҙә уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы иң юғары һәм иң түбән төбәктәр исемлеген төҙөнөләр.
Мәҫәлән, Башҡортостанда мәғариф хеҙмәткәренең уртаса эш хаҡы 31 мең 361 һум, төбәк буйынса иһә уртаса хеҙмәт хаҡы – 29 мең 779 һум, нисбәт 105 процент тәшкил итә. Мәскәүҙә уҡытыусылар 89 мең 644 һум ала, илдең баш ҡалаһында уртаса айлыҡ эш хаҡы – 70 мең 680 һум, нисбәт – 127 процент. Күрше Татарстанда был күрһәткестәр уртаса 38 мең 409 һум һәм 30 мең 949 һум, нисбәт – 124 процент. Башҡортостан ошо тармаҡтағы эш хаҡы дәүмәле буйынса 47-се, республикалағы уртаса хеҙмәт хаҡы менән уҡытыусыныҡы араһындағы нисбәт буйынса 52-се урынды биләй.
Уҡытыусыларҙың иң күп эш хаҡы Чуткот автономиялы округында – 96,47 мең һум (төбәк буйынса уртаса хеҙмәт хаҡынан алты процентҡа күберәк). Тәүге биш төбәк иҫәбенә шулай уҡ Ямал-Ненец автономиялы округы (91,3 мең һум), Мәскәү (89,64 мең һум), Сахалин (84,78 мең һум) һәм Магадан өлкәләре (79,54 мең һум) инә.