Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн “Беренсе сентябрь капиталы” программаһын ғәмәлгә индереүҙәре ихтимал.
Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Борис Чернышов сығыш яһаған.
Депутат вице-премьер Татьяна Голиковаға тейешле мөрәжәғәт ебәргән. Һәр ғаиләнең дә балаһын мәктәпкә әҙерләү мөмкинлеге юҡ, айырыуса төбәктәрҙә, тигән фекерҙә ул. Уның һүҙҙәренсә, ата-әсә, башҡа сығымды кәметеп, уҡыу кәрәк-яраҡтарын һатып алыу өсөн сығымды арттырырға мәжбүр.
Шуға күрә Чернышов «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итә. Уның сиктәрендә ата-әсәләргә мәктәп сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса бүленергә тейеш. Финанс ярҙамының аныҡ суммаһы әйтелмәй.
Өфөлә ата-әсәләр бер баланы яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн уртаса 8,4 мең һум тотонған. Был тикшереү үткәрелгән ҡалалар араһында дүртенсе урын. Ҡиммәтселек буйынса тәүге өс урында Красноярск һәм Новосибирск (9 мең һум), Мәскәү (8700), Ҡазан (8500) килә.