Башҡортостанда «Сәләмәтлек поезы» акцияһы барышында 78 мең кеше тикшереү үтте. 14 туберкулез, 40-тан ашыу раҫланған яман шеш осрағы асыҡланды, бер нисә мең кеше «шәкәр диабеты» диагнозы менән иҫәпкә ҡуйылды.
150 кеше — Өфө кардиология үҙәгендә дауаланырға, 300-өнә Өфө дауаханаларында юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.
Стоматология модулдәре лә юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте, мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсаһы иҫәбенә уларҙа 500 ауыл кешеһе дауаланды.
«Халыҡ беҙҙең акция тураһында ыңғай фекерҙә, тағы ла килеүҙәрен һорайҙар. Әлегә дүрт районға ғына бармай ҡалдыҡ, ләкин 1 октябргә тиклем тотош республикала йөрөп сығырбыҙ», — тип һөйләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Салауатта «Онкопатруль» акцияһына йомғаҡ яһағанда.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай акциялар мотлаҡ дауам ителер.