Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Сентябрь 2019, 07:50

Ауылығыҙҙа йырсылар бармы?

Башҡортостанда ауыл таланттары өсөн конкурс иғлан ителде. "Йырсы ауыл" республика конкурсы октябрҙә башлана.

Башҡортостанда ауыл таланттары өсөн конкурс иғлан ителде. "Йырсы ауыл" республика конкурсы октябрҙә башлана.
Ул бер йыл дауамында барасаҡ. Конкурсҡа ауыл хакимиәттәренең үҙешмәкәр йырсылар (халыҡ, фольклор, эстрада йырҙары, ғаилә, ирҙәр ансамблдәре) коллективтары, яңғыҙ башҡарыусылар саҡырыла. Йәш сикләнмәй.
Сара өс этапта үтә. Беренсеһе - һайлап алыу туры (октябрь-декабрь) – ауылдарҙа, икенсеһе – район этабы (февраль-май) – район мәҙәниәт йорттарында, өсөнсөһө – республика этабы (октябрь) – район турынан үтеүсе беренсе урын лауреаттары ҡатнашыуында. Гала-концерт Өфөлә үтә.
Конкурсты БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, муниципаль райондар хакимиәттәр ойоштора.
Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44.
Читайте нас: