Эйлестан
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Сентябрь 2019, 07:41

Милли проект: "Һанлы иҡтисад" төпкөлдәргә юллана

Республикабыҙҙа “Һанлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла интернет индереләсәк. Уларҙағы барлыҡ социаль әһәмиәтле объекттар заманса һулыш аласаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикабыҙҙа “Һанлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла интернет индереләсәк. Уларҙағы барлыҡ социаль әһәмиәтле объекттар заманса һулыш аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров райондарға эш сәфәрҙәре барышында һәр ваҡыт мәктәптәрҙә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һ.б. булып, уларҙы заманса үҫтереү йәһәтенән күрһәтмәләр бирә килә. Бөгөнгө ауылдарҙағы шарттар ҡалалағынан кәм булырға тейеш түгел. Әлеге эш тә – ошо маҡсатҡа ярашлы атҡарылған бурыстарҙың бер өлөшө.
“Төпкөлдәрҙәге социаль әһәмиәтле учреждениеларҙы интернетҡа тоташтырыу Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән “Башинформсвязь” йәмғиәте араһында төҙөлгән дәүләт контрактына ярашлы федераль бюджет иҫәбенә ойошторола. Сығым 1,7 миллиард һум буласаҡ”, – тине Башҡортостандың Һанлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Контракт шарттары буйынса, өс йыл дауамында республиканың 2774 социаль объекты интернетҡа тоташтырыласаҡ. Быйыл – 722, тимәк, дөйөм эштең 26 процентын бойомға ашырыу ҡаралған. Аҙаҡ интернетҡа урындағы халыҡ та тоташа аласаҡ.
Был эш “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Мәғлүмәти инфраструктура” проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/-anly-i-tisad-t-pk-ld-rg-yullana-/
Читайте нас: