Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Сентябрь 2019, 13:23

Ағыулы бәшмәк бәлеше...

Дыуан районында ете кеше бәшмәк ашап ағыуланған. 4 сентябрҙә 62 йәшлек ҡатын ғаиләһен бәшмәк бәлеше менән ҡыуандырырға теләп, бәлеш бешерә.

Дыуан районында ете кеше бәшмәк ашап ағыуланған. 4 сентябрҙә 62 йәшлек ҡатын ғаиләһен бәшмәк бәлеше менән ҡыуандырырға теләп, бәлеш бешерә.
Асыҡланыуынса, өҫтәлгә әҙерләнгән бәлешкә бәшмәкте ҡатын һигеҙ йәшлек ейәне менән йыйған булған. Уңған хужабикә бәшмәк бәлешенән ауыҙ итергә тип, күрше ғаиләһен дә саҡыра.
Тик киске аштан һуң ғаилә ағзалары ла, ҡунаҡтарҙың барыһы ла үҙҙәрен насар хис итә башлай. Бәшмәк бәлеше ашаған ете кеше дауаханаға эләккән, ололар араһында 8, 9 һәм 11 йәшлек балаларҙың булыуы аяныслы. Ололар шунда уҡ реанимацияға эләгә, хәлдәре ауыр була. Балаларҙың хәлдәре тәүҙә уртаса тип билдәләнһә, төнгө 12-нән һуң уларҙы ла реанимацияға күсерәләр.
Бына, һиңә, бәшмәк бәлеше! Бәшмәк йыйғанда һаҡ булырға кәрәк, ағыулыһы эләгеп ҡуймаһын.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/a-yuly-b-shm-k-b-leshe-/
Читайте нас: