Эйлестан
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Сентябрь 2019, 12:13

Бөйөк шағир иҫтәлегенә

Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты. Уның тышында Башҡортостан тәбиғәте фонында Мостай Кәримдең портреты төшөрөлгән. Ул шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышлап сығарылған.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов һүҙҙәренсә, яңы конверт коллекционерҙарҙа ла, әҙәбиәт һәм тарих яратыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр. Өҫтәүенә Башҡортостандан ситтә лә. Сөнки һуңғы ваҡытта республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү, уның барышында Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар уҙғарыуға бәйле Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта.
Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына ҡарата махсус штемпель, беренсе көндөң конверты һәм марка почта әйләнешенә сыҡты. Яңы конверттың тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең почта бүлексәләренә килде лә инде.
Читайте нас: