Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Сентябрь 2019, 07:58

Милли проект: белем биреүҙә яңы кимәл

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Дыуан районының ике белем биреү учреждениеһында “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге булдырылды. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Дыуан районының ике белем биреү учреждениеһында “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге булдырылды. Вознесенка ауылы мәктәбендә һәм Мәсәғүт гимназияһында яңы уҡыу йылында цифрлы, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса өҫтәмә пограммалар тормошҡа ашырыласаҡ.
- “Үҫеш нөктәһе” федераль проекты шарттарының береһе – мәктәп ауыл ерендә урынлашырға тейеш. Яңы уҡыу йылынан уҡыусыларыбыҙ информатика, технология һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен заманса ҡулайламалар ярҙамында һәм яңы программалар буйынса уҡыясаҡ. Был маҡсатҡа ике кабинет ҡулайлаштырылды. Беренсеһе – цифрлы һәм гуманитар йүнәлеш буйынса дәрестәр өсөн. Яңы ноутбуктар алынды, мебель яңыртылды. Уҡыусылар өҫтәмә программалау, 3D модель әҙерләү, квадрокоптерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемы менән шөғөлләнә аласаҡ. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә медицина тренажерҙарында беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү оҫталығын өйрәнәсәк, - тип һөйләй Вознесенка ауылы мәктәбе директоры Ольга Тряскина.
Икенсе бүлмә – проект эшмәкәрлеге өсөн. Ул мәктәптең йәмәғәт тормошо үҙәгенә әйләнәсәк һәм коворкинг принципы буйынса бүленеп, үҙ эсенә шахмат уйнау урынын һәм медиазонаны индерәсәк. Бында шәхси эш урындары, йомшаҡ креслолы зона, төркөм менән кәңәшләшеү, аралашыу урыны, мини-лекторий урынлашасаҡ. Медиазона – видео төшөрөү һәм монтажлау, цифрлы ҡулайламалар менән эш итеү урыны. Педагогтар Екатеринбургта “Кванториум” балалар технопаркы базаһында махсус курстар үткән, улар бындай яңылыҡтарға әҙер. “Үҫеш нөктәһе” проекты – үҙгәреүсән ысынбарлыҡ шарттарында белем биреүҙең йөкмәткеһен яңыртыу мөмкинлеге. Балалар өсөн – яңы кимәлгә сығыу, интернет һәм медиакиңлектә популярлыҡ яулаған һөнәрҙәрҙә кәрәкле оҫталыҡ һәм белем алыу мөмкинлеге.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауыл мәктәптәре базаһында цифрлы, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса 133 өҫтәмә белем биреү үҙәге төҙөләсәк. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан төбәккә 208,5 млн. һум күләмендә субсидия бүленгән. 2024 йылда бындай үҙәктәрҙә 350 мең бала шөғөлләнәсәге күҙаллана.
Читайте нас: