Республиканың 225 участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) – һайлаусыларҙың тауышын автоматик рәүештә иҫәпләгән электрон ҡорамалдар ҡуйылған. Ябай итеп әйткәндә, улар бюллетенде сканерлай, тауыштарҙы һанай һәм һөҙөмтә протоколын сығара.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә, КОИБ-тар 1000-дән ашыу һайлаусы теркәлгән участкаларҙа урынлаштырылған. Комплекстар һайлаусыларҙың яҡынса 11 процентын, йәғни 335 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Йыһанур Алтынбаев аңлатыуынса, КОИБ билдәле бер участкаға беркетелгән бюллетенде генә эшкәртә ала. Бер нисә ҡағыҙҙы бер юлы йәки башҡа участканың бюллетенен эшкәрттереү мөмкин түгел.
Шулай итеп, бындай комплекстар ҡуйылған биләмәләрҙә һайлау һөҙөмтәһен кемдеңдер файҙаһына үҙгәртеү мөмкин булмаясаҡ, бюллетендәрҙе ҡулдан һанау ихтыяжы ла юҡҡа сыға. Бер КОИБ-тың хаҡы яҡынса 200-250 мең һум тора.