Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Сентябрь 2019, 07:53

Милли проекттар: йүнселдәр өсөн яңы һабаҡ

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, йүнселдәр өсөн бушлай шәхси консультациялар үткәреү дауам итә.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, йүнселдәр өсөн бушлай шәхси консультациялар үткәреү дауам итә.
Билдәле булыуынса, сараны Башҡортостандың Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһы уҙғара. 9 сентябрҙә сираттағы консультация “Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы йөкләмәләр” тигән тема буйынса ойошторолдо. Уны Социаль өлкәлә инновациялар үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова үткәрҙе.
Төбәгебеҙҙә эшҡыуарлыҡты һәр яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыу – ошоноң аныҡ дәлилдәренең береһе. Был территориаль берләшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың барлыҡ ойошмаларына комплекслы хеҙмәтләндереү, ярҙам саралары күрһәтелә. Бындай үҙәктәр бөтөн субъекттарҙа төҙөләсәк. “Минең бизнес”ты киңәйтеү, эш урындары булдырыуҙы ойоштороу, программа тәьминәте өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Экспортҡа булышлыҡ ҡылыу үҙәге лә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Монопрофилле муниципаль берәмектәрҙә бәләкәй бизнесҡа ярҙам маҡсатында быйыл 43,27 миллион һум йүнәлтелә, ә проектты тормошҡа ашырыуҙың тотошлай ваҡытына 161,4 миллион һум планлаштырылған.
Барыһы ла муниципаль программаларҙы финанслау аша социаль эшҡыуарлыҡ өсөн гранттар биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, быйыл моноҡалаларға төбәк бюджетынан өҫтәмә рәүештә 8,8 миллион һум бүленде – был аҡса коворкинг-үҙәктәр булдырыуға, Бизнес-навигаторҙы тулыландырыуға йүнәлтелә.
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Республика етәкселеге был йәһәттән үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты социаль проекттар буйынса эшләүгә киңерәк йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.
Читайте нас: