Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Сентябрь 2019, 07:01

Башҡорт телен кис тә өйрәнәбеҙ

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты 16 сентябрҙән башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар үткәрә башлай.

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты 16 сентябрҙән башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар үткәрә башлай.
Унда теләге булған һәр кем шөғөлләнә ала. Курстар түләүһеҙ нигеҙҙә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаларында ойошторола. Дәрестәр киске ваҡытта – 18.00 – 20.00 сәғәттәр арауығында – үтәсәк. Төркөмдәр башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап төҙөлә.
Республикабыҙҙың дәүләт статусындағы башҡорт телен өйрәнеү өсөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120, 216-сы бүлмә) мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 228-25-04, (эске телефон: 2-41), электрон адрес: [email protected]
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/bash-ort-telen-kis-t-yr-n-be/
Читайте нас: