Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2019, 07:47

Балалар бушлай туҡланырмы?

Ғаилә килеме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, башланғыс класс уҡыусылары мәктәптә бушлай туҡлана башлауы ихтимал.

Ғаилә килеме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, башланғыс класс уҡыусылары мәктәптә бушлай туҡлана башлауы ихтимал.
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Фейсбук” селтәрендәге сәхифәһендә ошо турала яҙған. Парламентарий билдәләүенсә, район халҡы менән осрашыуҙарҙа ла кешеләрҙе ошо мәсьәлә йыш борсой. Зариф Байғусҡаров коллегалары менән был проблеманы Дәүләт Думаһында тикшергән һәм башланғыс кластар өсөн туҡланыуҙы түләүһеҙ итергә кәрәк, тигән фекергә килгән.
“Балаларға яҡынса меню исемлеген төҙөргә, унда йылы ашты, һөт ризыҡтарын, емеш-еләк, йәшелсәне күҙ уңында тоторға кәрәк. Закон проектын эшләү өсөн эш төркөмө төҙөлдө. Әле уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуға ил төбәктәренә ярҙам күрһәтеү өсөн федераль ҡаҙнанан бүленергә тейешле аҡса күләме иҫәпләнә. Закон проектын көҙгө сессияла ҡарауға индерергә ниәтләйбеҙ”, – тине Зариф Байғусҡаров.
Киләсәктә бөтә уҡыусылар ҙа мәктәптә бушлай туҡланасаҡ, тип күҙаллана.
Читайте нас: