Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2019, 07:44

Прививка яһаттығыҙмы?

4 сентябрҙә Бөтә Рәсәй киҙеүгә ҡаршы вакцинация кампанияһы башланды.

4 сентябрҙә Бөтә Рәсәй киҙеүгә ҡаршы вакцинация кампанияһы башланды. Башҡортостанда быйыл ки¬ҙеүҙән (грипп) халыҡтың 45 про¬центын вакцинациялау күҙаллана. Һандарға килгәндә, һүҙ 1,83 миллион кеше, шул иҫәптән 418 мең бала тураһын¬да бара. Был хаҡта республи¬каның һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.
Ведомство етәксеһе әйте¬үенсә, вакцинациялау осоронда айырым иғтибар балаларға, ауырлы ҡатындарға, хроник сирле кешеләргә, 60 йәштән ололарға, медицина хеҙмәткәр¬ҙәренә бүленәсәк. Анығыраҡ әйткәндә, биш мең ауырлы ҡатын-ҡыҙға прививка яһау күҙаллана. Профилактик саралар 15 ноябрҙә тамамла¬нырға тейеш.
Читайте нас: