Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2019, 07:45

Юл йөрөү ҡағиҙәләрендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү маҡсатында, Рәсәйҙә яңы проект әҙерләнгән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү маҡсатында, Рәсәйҙә яңы проект әҙерләнгән.
Проекттың күп өлөшө сит ил тәжрибәһенән алынған. Төҙәтмәләрҙең бер өлөшө мотоцикл таныҡлығы алырға теләгәндәргә ҡағыла. Әйткәндәй, был документ ике төрлө буласаҡ.
Еңел мотоциклдар өсөн А1 һәм М категорияһы 16 йәштән, ә ауыр, ҡеүәтлеләрҙе йөрөтөүгә А категориялы таныҡлыҡ 20 йәштән генә биреләсәк. Йөк машиналары, автобус менән идара итеүгә таныҡлыҡ алыуҙа ла үҙгәрештәр көтөлә. Мәҫәлән, водителлек стажы булмағандарға С категориялы таныҡлыҡты 18-ҙән түгел, ә 21 йәштән биреү ҡаралған.
Автобус йөрөтөүгә рөхсәт биргән D категориялы таныҡлыҡ был техника төрөнөң ҙурлығына ҡарап, 18-24 йәш аралығында тапшырыласаҡ. С категориялыны бер йыл дауамында еңел машина менән идара итеү тәжрибәһе булған кешеләр генә алыу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас: