Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2019, 11:02

Фажиғәле авария

Үткән аҙнала Урмантау- Бишәүҙәр юлында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Үткән аҙнала Урмантау- Бишәүҙәр юлында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Салауат районы буйынса ЮХХДИ начальнигы Салауат Саҙрыев әйтеүенсә, Бишәүҙәр ауылында йәшәүсе 31 йәшлек ир Урал мотоциклы менән китеп барғанда юлдан ситкә сығып осҡан. Үкенескә күрә, тиҙ ярҙам килгәнсе, ул йән биргән булған. Уның алдан транспорт менән иҫерек килеш идара итеүе сәбәпле, водитель хоҡуғынан мәхрүм ителеүе,мотоциклы теркәлмәгән булыуы билдәле. Ир башына махсус шлем кеймәгән булған. Уның эскән булыуы ихтимал. Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Читайте нас: