Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2019, 07:34

"Инцидент"ҡа нигеҙләнеп...

“Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы төбәгебеҙҙә йылдам эш алып барыла. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

“Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы төбәгебеҙҙә йылдам эш алып барыла. Сираттағыһы – республикабыҙҙа халыҡтан килгән ялыуҙарҙы мониторинглау, был проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән Мәскәү өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнеү планлаштырыла.
Төбәккә идара итеү проектының тәүге этабы быйыл башланасаҡ. Республика вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Мәскәү өлкәһендә булып, төбәккә идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышҡан. Хеҙмәт алымдарын өйрәнгәс, һөҙөмтәһен баһалағас, беҙҙә лә шундай юғары технологиялы заманса аналог булдырырға ҡарар ителгән.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауҙың тәүге көндәрендә үк власть менән халыҡ араһында бәйләнеште нығытыу, тура аралашыу мөмкинлеген булдырыу бурысын ҡуйҙы. Ошоға ярашлы беҙҙә “Инцидент менеджмент” мониторинг системаһы эшләй. Ул киләсәктә булдырыласаҡ төбәккә идара итеү үҙәгенә нигеҙ итеп алынасаҡ.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, был башланғыс Хөкүмәт ҡарарҙарының дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген баһалау мөмкинлеген бирәсәк.
“Республика власына граждандарҙан килгән ялыуҙарға, мөрәжәғәттәргә тиҙ арала яуап биреү, шулай уҡ был эште онлайн режимында күҙәтеп, контролдә тотоу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе – юлдарҙы рәтләү, дауаханаларҙа сиратты яйға һалыу, инфраструктура төҙөлөшөндәге ҡатмарлылыҡтар һ.б. проблемаларҙы алдан уҡ хәл итеү мөмкинлеге асыласаҡ”, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Алда әйтелгәнсә, яңы проекттың беренсе этабы быйыл эшләй башларға тейеш. Бының өсөн “Инцидент”ҡа мониторинг системаһы өҫтәләсәк, ведомстволар араһында хеҙмәттәшлек көсәйтеләсәк. Икенсе этапта иһә аналитика эшләй башлаясаҡ.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: һанлы мөхитте норматив яйға һалыу, мәғлүмәт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы. 2024 йылға тиклем проектты дөйөм финанслау күләме – 1,5 триллион һумдан ашыу.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/intsident-a-nige-l-nep-/
Читайте нас: