Кеҫә телефонындағы “Мобиль банк” тип аталған ҡушымтаға ентекләп инеп ҡараһа, аҡсаны ҡатындың ире үҙенең картаһына күсергәне асыҡланған. Баҡтиһәң, ҡатын аҡсаһын тикшергән дә, махсус ҡушымтанан сығырға онотҡан. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаған ир биш мең һумға байыған! Бәхеткә күрә, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итмәгән, улар үҙ-ара был ығы-зығыны хәл итә алған.