Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2019, 11:01

Күршеләр бәрәңге газынан ағыуланған

Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре хаҡ. Силәбе өлкәһендәге был ғаилә үҙ йортонда ғүмерҙәре ҡыйылыр тип башына ла килтермәгәндер.

Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре хаҡ. Силәбе өлкәһендәге был ғаилә үҙ йортонда ғүмерҙәре ҡыйылыр тип башына ла килтермәгәндер.
Шәхси йортта йәшәгән ғаилә ағзалары бәрәңгеһен таҙартыу ниәтенән баҙға төшә. Өлкәндәр араһында бала ла була. һөҙөмтәлә бер юлы дүрт кеше серегән бәрәңге газынан ағыуланып һәләк була.
Дуҫтар, һеҙҙең баҙығыҙҙа, мөгәрәптә былтырғынан ҡалған иҫке бәрәңге ятмаймы? Таҙартыр булһағыҙ, һаҡ ҡыланығыҙ, иң тәүҙә елләтеп алырға онотмағыҙ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/k-rshel-r-b-r-ge-gazynan-a-yulan-an/
Читайте нас: